6 декабрь, Шишәмбе

05 июнь 2015 йыл, 9:50

«Йәшлек» гәзите Булат Солтангәрәев исемендәге премия еңеүселәрен билдәләне

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Быйыл «Йәшлек» гәзите юғары класс уҡыусылары араһында Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурс иғлан итте. Бәйгелә 100-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Йәштәрҙең мөһим проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын сағылдырған мәҡәләләр тәҡдим ителде, уларҙың күбеһе гәзит биттәрендә донъя күрҙе.

Конкурс эштәрен баһалаусы комиссия эшен филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов етәкләне. Жюри ағзалары ҡыҙыҡлы фекерҙәр, яңы идеялар менән һуғарылған эштәрҙе тикшереп, конкурс еңеүселәрен билдәләне. Һуңғы ҡыңғырау байрамында «Йәшлек» гәзите журналистары уларға наградалар һәм премиялар тапшырҙы.

Беренсе урынды «Барыһы ла беҙҙең ҡулда, йәштәр!» мәҡәләһе менән Мәләүез районының Динис Бүләков исемендәге урта мәктәп уҡыусыһы Рәйлә Хөсәйенова яуланы.  

Икенсе урынға «Донъяла ярылып ятҡан эҙең ҡалһын» тигән мәҡәләһе өсөн Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Тимур Хәйбуллин лайыҡ булды.

Өсөнсө урынды «Кеше ерҙе биҙәр өсөн тыуа» мәҡәләһе менән Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһы уҡыусыһы Айзилә Мөлөкова алды.

Бынан тыш, өс уҡыусыға махсус приз тапшырылды. Улар араһында Өфөнөң 3-сө гимназияһы уҡыусыһы Роман Зайкин, Р.Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназияһы уҡыусыһы Айнур Тунасов һәм Советтар Союзы Геройы Солтан Бикеев исемендәге һөнәри колледж студенты Юлиә Хәмиҙуллина бар.

Конкурс киләһе йылда ла үткәреләсәк, тип хәбәр иттеләр «Йәшлек» гәзите редакцияһынан.

Булат Солтангәрәев – Өфө ҡалаһы Киров районы 3-сө гимназияһының сығарылыш класы уҡыусыһы ине. Аҡыллы, алдынғы ҡарашлы, итәғәтле, белемле, илһөйәр рухлы, төрлө кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашҡан, олимпиадаларҙа еңелеү белмәгән егет 2011 йылдың 22 майында фажиғәле һәләк булды.