Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала Зураб Церетели эшләгән скульптура барлыҡҡа килеүе ихтимал

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Өфөлә легендар бейеүсе Рудольф Нуриевҡа арналған һәйкәл барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был хаҡта «Киләсәк Өфөһө» ҡала проекттары фестивале сиктәрендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә Өфө электр транспорты идаралығының генераль директоры Асҡар Фазлыев белдерҙе.

«Зураб Церетели менән һөйләшеүҙәр алып барылды. Уның Рудольф Нуриевҡа арналған ике скульптураһы бар, шуларҙың береһен ул Өфөгә бирергә әҙер. Скульптураның оҙонлоғо — 2,4 метр. Һын Башҡорт опера һәм балет театры эргәһендәге скверҙа ҡуйыласаҡ», — тип билдәләне Асҡар Фазлыев.

Скульптор менән Ҡазанда ла шундай уҡ һәйкәл асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла, тип өҫтәне ул.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть