3 декабрь, Шәмбе

04 июнь 2015 йыл, 17:13

Өфөгә уникаль уҡытыусы-робот килә

фото: ютуб видеояҙмаһындағы һүрәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөгә Мәскәүҙән уникаль уҡытыусы-робот килә. 10 июндә Мәскәү технология институтының робототехника кафедраһында фәнни-тикшеренеү мәғлүмәттәрен йыйыу менән шөғөлләнгән Алантим тигән робот Башҡорт дәүләт университетына бара.

Уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ул унда абитуриенттарға, студенттарға, уҡытыусыларға һәм ҡунаҡтарға үҙенең уҡытыу һәм тикшереү һәләтен күрһәтәсәк.

Алантимды Пермь инженерҙары уйлап тапҡан. Робот уға мөрәжәғәт иткән фразаларҙы аңлай һәм кешенең тойғоларын билдәләй, меңдәрсә кешене хәтерендә ҡалдыра, 100 меңдән ашыу телмәр модулдәрен файҙалана. Ул һорауҙарға яуап бирә, лекция уҡый, юл күрһәтә һәм кәйефте күтәрә ала.

Алантим Рәсәйҙең 20 ҡалаһына бара, ул GenerationS конкурсы өсөн робототехника әҙерләүселәрҙең проекттарын туплай. Робот илдең ете университетында булған да инде.

Башҡорт дәүләт университеты абитуриенттарҙы ла робот менән осрашыуға саҡыра. Был көндө улар Алантим менән аралашыуҙан тыш, уҡыу йортоноң институттары һәм факультеттары вәкилдәренә уҡырға инеү буйынса үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала.

Сара 10 июндә Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында уҙғарыла. Көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

темалар: вуздар, бду