2 декабрь, Йома

04 июнь 2015 йыл, 16:33

Республикалағы БДИ-ның тәүге һөҙөмтәләре: алты уҡыусы географиянан 100 балл йыйған

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандағы БДИ-ның тәүге һөҙөмтәләре: алты уҡыусы географиянан 100 балл йыйған.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 853 сығарылыш уҡыусыһы әҙәбиәттән имтихан тапшырған, уларҙың 33-ө тейешле балл йыя алмаған. 32 уҡыусы — 80, өс кеше 96 балл туплаған. Улар Нефтекама һәм Өфөнөң Орджоникидзе районы уҡыусылары. Әҙәбиәт буйынса Берҙәм дәүләт имтиханынан уртаса балл 56,3 тәшкил иткән.

Географиянан һынауҙы 1224 кеше тапшырған, шуларҙың 78-е минималь балды йыя алмаған. Алты уҡыусы эшен 100 балға яҙған. Нефтекаманан һәм Өфөнөң Октябрь районынан — икешәр, Стәрлетамаҡтан һәм Йәрмәкәй районынан берәр уҡыусы. 85 кеше юғары (80 һәм унан күберәк) балға эйә булған. Уртаса балл — 56,5.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, имтихандарҙың һөҙөмтәләре дүрт йыл ғәмәлдә буласаҡ.