10 декабрь, Шәмбе

04 июнь 2015 йыл, 16:04

Башҡортостанда картуф һәм йәшелсә сәсеү тамамлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда картуф һәм йәшелсә сәсеү тамамлана. 2803,5 гектар майҙанда картуф сәселгән, был бөтә майҙандарҙың 83,5 процентын тәшкил итә. Йәшелсәләр 1174,5 гектар майҙанды (85,2 процент) биләй. Ошо хаҡта, Башҡортостандың Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә һылтанма яһап, Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Республиканың 33 районында картуф сәсеү тамамланған. Өс районда уны билдәләнгән пландан күберәк сәскәндәр. Мәҫәлән, Благовар районында план — 91, Күгәрсендә — 4, Учалыла 20 процентҡа арттырып үтәлгән.

Төбәктең 29 районында йәшелсә ултыртыу тамамланған. Белорет районы планды — 13, ишембайҙар иһә 160 процентҡа арттырып үтәгән.