4 декабрь, Йәкшәмбе

04 июнь 2015 йыл, 14:15

Баш ҡаланың хоккей белгестәре «Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары» исеменә лайыҡ булды

фото: Дмитрий Слезин коллажы

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутконың бойороғо менән Башҡортостан вәкилдәренә «Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Улар — хоккей белгестәре Андрей Василевский (һаңғырауҙар спорты), Илдар Рәүилов, Евгений Разумняк, Александр Семак, Руслан Сөләймәнов, Вячеслав Хаев һәм Василий Чижов.

Бойороҡ 3 июндә Рәсәйҙең Спорт министрлығы сайтында баҫылған.