6 декабрь, Шишәмбе

04 июнь 2015 йыл, 13:03

Республика уҡыусылары математиканан профилле Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бөгөн, 4 июндә, Башҡортостан уҡыусылары математиканан профилле имтихан бирә. Унда ҡатнашыуға 18971 кеше теркәлгән. Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү өсөн төбәктә 101 пункт асылған.

Быйыл математика буйынса БДИ ике кимәлгә бүленгән. Аттестат алыу өсөн сығарылыш уҡыусылары база кимәлендәге имтихан бирә. Ҡабул итеү һынауҙары исемлегендә математика фәне булған юғары уҡыу йортона инеү өсөн профилле имтихан тапшырырға кәрәк.

ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, профилле Берҙәм дәүләт имтиханында 560 мең кеше ҡатнаша. Дүрт сәғәт эсендә уҡыусылар 21 мәсьәләне эшләргә тейеш.

Имтиханды тапшырыу өсөн 100 балдан кәмендә 27 балл йыйыу талап ителә.