7 декабрь, Шаршамбы

04 июнь 2015 йыл, 12:37

Өфөлә үтәсәк ШОС саммитына документтар пакеты раҫланған — Сергей Лавров

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең Сит ил эштәре министрлығы башлыҡтары 8-10 июлдә Өфөләге саммитта ойошма лидерҙарына тәҡдим ителәсәк документтар пакетын раҫланы. Был хаҡта, Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы башлығы Сергей Лавровтың белдереүенә һылтанма яһап, «Новости» Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Һүҙ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының 2025 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы хаҡында бара. Тағы ла бер мөһим документ Икенсе донъя һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған. Сергей Лавров һүҙҙәренсә, ШОС лидерҙары уның проектын да ҡараясаҡ.

«Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының 2016-2018 йылдарға иҫәпләнгән терроризмға, сепаратизмға һәм экстремизмға ҡаршы көрәш буйынса программаһы ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ. Дәүләт башлыҡтары иғтибарына наркомания менән көрәшеү проекты ла тәҡдим ителәсәк», — тип билдәләне Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы башлығы.

Министрҙар Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының 2025 йылға тиклемге үҫеш стратегияһына, дәүләттәрҙең 2016-2018 йылдарға иҫәпләнгән терроризмға, сепаратизмға һәм экстремизмға ҡаршы көрәш буйынса хеҙмәттәшлек программаһына, ШОС-тың сик буйы мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп эш итеүе тураһында килешеүенә ҡул ҡуйҙы.