8 декабрь, Кесе йома

04 июнь 2015 йыл, 11:30

Баш ҡалала ШОС һәм БРИКС илдәре табиптары яман шеште дауалау тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә «Эксперименталь һәм клиник онкологияның хәҙерге ҡаҙаныштары» Халыҡ-ара конференцияһы үҙ эшен башланы. Ул Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттары сиктәрендә үтә.

Ике көн дауамында онкология сирҙәрен дауалауҙың заманса алымдары тикшереләсәк. Осрашыуҙың тәүге көнөндә Башҡортостандың Фәндәр академияһында Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Латвия табиптары сығыш яһай. Улар онкологияны тикшереү тәжрибәһе, яман шеште дауалағанда кешелекле мөнәсәбәт хаҡында һөйләйәсәк.

Йома, 5 июндә, конференция сиктәрендә «DHMEQ: онкологияла клиник-эксперименталь тикшереүҙәрҙең тәүге һөҙөмтәләре (ШОС һәм БРИКС илдәре ғалимдары тәжрибәһе)» симпозиумы үтә. Ул «Президент отел»дәге конференциялар залында була. Симпозиумда Япония, Бразилия, Ҡытай, Норвегия ғалимдары сығыш яһай. Улар үҙҙәренең илдәрендә ауыр сирҙе дауалау тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.