7 декабрь, Шаршамбы

04 июнь 2015 йыл, 10:24

Рөстәм Хәмитов «Йылъяҙма. Башҡортостан. 25» күргәҙмәһен ҡараны

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 3 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт» халыҡ-ара акцияһының 25 йыллығына арналған «Йылъяҙма. Башҡортостан. 25» күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты.  

Башҡортостандың Милли музейында урынлашҡан экспозицияға сирек быуат дауамында эшләнгән 100-ҙән ашыу фотоһүрәт ҡуйылған. Уларҙың авторҙары – 46 билдәле сит ил һәм Рәсәй фоторәссамдары, шул иҫәптән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре берләшмәһе вәкилдәре. Был еребеҙ, халҡыбыҙ, ошо ваҡыт эсендә Башҡортостанда булған ваҡиғалар тураһында үҙенсәлекле фотоочерк.

– Хәҙер кешеләр менән аралашҡанда һиңә фотоаппараттар, камералар ғына түгел, меңдәрсә кеҫә телефондары төбәлә. Был иһә фото төшөрөүҙең дөйөм күренешкә әйләнеүе хаҡында һөйләй, – тине сәләмләү һүҙендә Рөстәм Хәмитов.

Рәсәй Фоторәссамдар союзы рәйесе, летчик-космонавт, Рәсәй Геройы, Рәсәй Фәндәр академияһының Тәбиғәт фәндәре һәм техника тарихы институты директоры Юрий Батурин һөйләүенсә, «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт» акцияһын үткәрергә республика Башлығы тәҡдим иткән.

– Башҡортостанда фото төшөрөүселәр бик күп, үҙ эшенең оҫталары эшләй, даими рәүештә күргәҙмәләр ойошторола. Минеңсә, Фотография йортон асырға кәрәк, – тип билдәләне Юрий Батурин.

– 25 йыл элек Бөрйән районын һыу баҫты. Беҙ, фоторәссәмдар, Рөстәм Зәки улына килеп, хәлде аңлатҡас, ул: «Йыйынығыҙ, киттек», – тип яуапланы, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Рәсәй Фоторәссамдар союзы ағзаһы, «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт-2015» акцияһының кураторы Рәмил Килмәмәтов. – Ул ваҡытта ойоштороу, финанс мәсьәләләрен хәл итеү ауыр ине, әммә барыһы ла килеп сыҡты. Рөстәм Зәки улы бер тапҡыр ойоштороу комитеты рәйесе булырға ризалашты һәм бына 25 йыл ул ошо вазифаны биләй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт-2015» халыҡ-ара акцияһы республикала 1990 йылдан алып уҙғарыла. Ул Башҡортостан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә, экология мониторингына, туризм һәм экотуризм мәҙәниәтен индереүгә, милли парктарҙы, ҡурсаулыҡтарҙы популярлаштырыуға, халыҡ ижадын, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән.

Былтыр акция Рәсәйҙең «Көмөш уҡсы» милли премияһының «Биләмәләрҙе үҫтереү һәм камиллаштырыу өлкәһендә иң яҡшы проект» номинацияһында дипломант исемен алды.

«Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт-2015» акцияһында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренән, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән фоторәссамдар ҡатнаша. Уның сиктәрендә Баҡалы, Бишбүләк, Дәүләкән, Миәкә, Шаран райондары, Бәләбәй, Октябрьский, Туймазы ҡалалары буйлап фототур, «Берҙәмлек» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә, һабантуйҙарҙа ҡатнашыу, Мәскәүҙә «Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» фотокүргәҙмәһен ойоштороу ҡаралған.