9 декабрь, Йома

03 июнь 2015 йыл, 18:04

Башҡорт театры Ҡазанда төрки телле театрҙарҙың «Науруз» фестивалендә сығыш яһай

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры төрки телле театрҙарҙың «Науруз» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыу өсөн Ҡазанға юлланды. Кесаҙна, 4 июндә, улар Ғәлиәскәр Камал исемендәге театр сәхнәһендә Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» спектакле менән сығыш яһай. Спектаклдең режиссеры — Айрат Абушахманов, инсценировка авторы — Шәүрә Ғилманова, рәссамы — Альберт Нестеров, композиторы — Илшат Яхин. Спектакль киске сәғәт 8-ҙә башлана.

Былтыр көҙ Башҡорт драма театрында «Ҡара йөҙҙәр» спектакленең премьераһы булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тамашасылар ваҡиғалар барышын залдан түгел, ә сәхнәнән күҙәтте.

«Ҡазанда спектакль ҙур сәхнәгә яраҡлаштырып күрһәтеләсәк, — тип хәбәр итте театрҙың художество етәксеһе ярҙамсыһы Зилә Сәғәҙиева. — Сөнки фестивалгә килгән тамашасыларҙы сәхнәгә һыйҙырыу мөмкин түгел. Ҡазан сәхнәһе лә техник яҡтан беҙҙекенән айырыла, шуға күрә тамаша сәхнәлә генә бара».

Ғәлимә ролен Гөлнара Ҡаҙаҡбаева башҡара, тамашала Илһөйәр Ғизетдинова, Хөрмәтулла Үтәшев, Артур Кәбиров, Тәнзилә Хисамова, Рәүис Заһитов, Гөлнара Әмирова, Ирек Булатов һәм башҡа актерҙар ҡатнаша.

Һуңынан спектаклде театр тәнҡитселәре баһалаясаҡ.

«Науруз» фестивалендә Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Азербайжан, Рәсәй, Үзбәкстандан килгән коллективтарҙың 17 сәхнә әҫәре күрһәтелә. Спектаклдәрҙе Ғ.Камал, В.Качалов, К.Тинчурин исемендәге театрҙа, Йәш тамашасылар театрында ҡарарға була.