3 декабрь, Шәмбе

03 июнь 2015 йыл, 17:04

Өфөлә Ҡөрьән уҡыусыларҙың конкурсы уҙғарылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Ҡөрьән уҡыусыларҙың конкурсы үтте. Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә ойошторолған бәйгелә 150 кеше ҡатнашты, тип хәбәр итә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының матбуғат хеҙмәте.

Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп Бибарсов йәш конкурсанттарҙы республика мөфтөйө исеменән ҡотланы. Ҡөрьәнде белеү — ата-әсәләрҙең балаларына иң ҙур бүләге, улар уны ғүмере буйы күңелдәрендә һаҡларға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Жюри составында колледж уҡытыусылары, шулай уҡ «Әл-Әзһәр» университетынан килгән шәйехтәр бар ине. Ҡатнашыусылар төрлө йәш төркөмөндә көс һынашты. Кескәйҙәр өсөн бәйге, ғәҙәттәгесә, «Аҡсарлаҡ» теплоходында үтте. Улар өс сәғәт буйына Ағиҙел йылғаһында теплоходта йөҙҙө.

Бәйге йомғаҡтары буйынса Хәсән Раянов, Хәйҙәр Шәңгәрәев, Хәйретдин Әминев еңеүселәр тип танылды. Улар I дәрәжә диплом, шулай уҡ ноутбук менән бүләкләнде. Икенсе һәм өсөнсө урын яулаусыларға велосипедтар, скутерҙар, кеҫә телефондары һәм спорт инвентарҙары тапшырылды.