9 декабрь, Йома

03 июнь 2015 йыл, 16:07

Башҡортостандың Урман ҡасабаһында йәнә янғын сыҡты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Урман ҡасабаһында йәнә янғындар башланды: ҡасаба ситендәге келәттәр яна. Эргәләге йорттарҙа йәшәүселәрҙе эвакуациялайҙар.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығында аңлатыуҙарынса, хәрби келәттәрҙә дарыны утилләштереү ваҡытында боеприпастарҙың ағас йәшниктәре, артабан келәттәге дары янып китә.

Көндөҙгө сәғәт бер тирәһендә башланған янғынды федераль һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уларҙың эҙемтәләренә ҡаршы көрәш буйынса берҙәм дәүләт системаһы хеҙмәткәрҙәре һүндерә, ҡотҡарыусыларҙың эшен ойоштороу өсөн оператив штаб булдырылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 йыл элек, 2011 йылдың 26 майында Иглин районының Урман ҡасабаһында янғын сыҡты һәм эргәлә урынлашҡан артиллерия арсеналын юҡ итте. Ҡасабаның яртыһы һәм яҡындағы урман янды, өс кешенең һәләк булыуы хаҡында билдәле.

2011 йылдың 3 июнендә Удмуртияла хәрби келәттә шартлау яңғыраны. Ике арсенал да Оборона министрлығының төп ракета-артиллерия идаралығына ҡараған.

Шартлауҙа рядовой Сергей Деняев һәм уның командиры ғәйепле тип табылды һәм хәрбиҙәргә штраф һалынды.

темалар: янғындар