8 декабрь, Кесе йома

03 июнь 2015 йыл, 15:19

Баш ҡалаға «Берҙәмлек» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнашыусылар килде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн, 3 июндә, Өфөлә «Берҙәмлек» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале башланды. Сара республика ҡала һәм райондарында 9 июнгә тиклем уҙа. Фестивалгә ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусы илдәрҙән: Бразилиянан, Һиндостандан, Ҡытайҙан, Көньяҡ Африка Республикаһынан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Тажикстандан һәм Рәсәйҙән 200 ҡунаҡ килде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында сараны ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусылар буласаҡ форум хаҡында һөйләне.

«Бөгөн бөтә коллективтар ҙа Өфөгә килә, ә иртәгә Бәләбәй ҡалаһында рәсми рәүештә фестивалде асабыҙ. Фестиваль дүрт көн дауам итәсәк һәм Октябрьский, Өфө ҡалалары, Бәләбәй, Туймазы һәм Дәүләкән райондары буйлап уҙасаҡ. Ҡунаҡтар райондарҙа ойошторолған һабантуйҙа ҡатнашасаҡ», — тип хәбәр итте Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Ишбирҙин.

5 июндә «Берҙәмлек» фестивале ҡунаҡтары Октябрьскийҙа Ҡурай байрамын тамаша ҡыласаҡ. Гала-концертта улар легендар башҡорт ҡурайы менән танышасаҡ. 6-7 июндә райондарҙа үткән һабан байрамынан һуң коллективтар Өфөгә ҡайта. Гала-концерт 8 июндә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда була. Байрас Ишбирҙин һүҙҙәренсә, фестивалдә ҡатнашҡан барлыҡ республика райондарында һәм ҡалаларҙа сағыу парад ойошторола. «Өфөләге майҙансыҡта парадты үткәреү мөмкинлеге юҡ», — тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры.

«Беҙ бик тулҡынланабыҙ. Мәҙәниәтебеҙҙе күрһәтә алыуыбыҙ өсөн генә түгел, шулай уҡ Рәсәй, төрлө илдәрҙән килгән коллективтарҙың вәкилдәре менән тәжрибә алмашыу мөмкинлеге булыуына шатбыҙ. Фестивалдә барыһына ла билдәле Бразилия самбаһын, карнавалын, шулай уҡ илебеҙҙең көньяғындағы мәҙәниәтте күрһәтәсәкбеҙ», — тип билдәләне «Cadica Dance Company» ансамбленең продюсеры Нильсон Болгерони.

Башҡортостандағы фестивалдән һуң Һиндостан, Ҡытай һәм Бразилия коллективтары Бөйөк Новгородҡа «Садко» һөнәрҙәр фестиваленә юлланасаҡ.