5 декабрь, Дүшәмбе

03 июнь 2015 йыл, 14:05

Өфөлә Сколково инновациялы үҙәгенең вәкиллеге эшләй башланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Сколково фонды менән Өфө дәүләт нефть техник университеты инновациялы эшмәкәрлеккә ярҙам итеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Килешеү нигеҙендә Өфө дәүләт нефть техник университетында Сколково инновациялы үҙәгенең Башҡортостандағы вәкиллеге булдырылды. Документҡа ярашлы, төп ойошма уҡыу йортондағы һәм төбәктәге профилле эшмәкәрлеккә булышлыҡ итәсәк.

«Өфө дәүләт нефть техник университетындағы Сколково үҙәге күптән эшләй, килешеү иһә уға рәсми статус бирҙе. Хәҙерҙән үк беҙгә яңы идеялар менән килергә, методик кәңәштәр алырға мөмкин. Уҡыу йорто үҙәкте финанс яҡтан тәьмин итә, — тип аңлатма бирҙе «Башинформ» агентлығына төбәктең Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фонды етәксеһе урынбаҫары Сергей Гладких. — Килешеү «Сколково» фонды менән берлектә эш итеүҙе күҙ уңында тота. Өфөләге үҙәк төрлө йүнәлештәрҙә эш алып барасаҡ, ә нефть һәм газ профиле буйынса ул федераль әһәмиәткә эйә буласаҡ».

Киләсәктә Өфө вәкиллегендә Сколково лекторҙарын саҡырып, йәш инноваторҙар өсөн мәктәп асыу планлаштырыла. Әлегә штатта ике хеҙмәткәр – Өфө дәүләт нефть техник университетының йәш уҡытыусылары, улар үҙҙәре лә инновациялы проекттар өҫтөндә эшләй.

Сколково вәкиллегенә вуз студенттары һәм аспиранттар ғына түгел, республика инноваторҙары ла инә ала.