8 декабрь, Кесе йома

03 июнь 2015 йыл, 12:25

Башҡортостан вәкилдәре Бөтә Рәсәй сәнәғәт конференцияһында ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан вәкилдәре «Заводтар эшләгәндә генә илебеҙ йәшәй» Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнаша. Сара 8 июндә Мәскәүҙең ВДНХ майҙансығында асыла. Форумды «Эшлекле Рәсәй», «Рәсәй терәге», Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзы, Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы ҡатнашлығында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ойоштора.

Конференция эшендә 700 кеше: Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты, шул иҫәптән уның төбәк бүлексәләре, министрлыҡ, сәнәғәт предприятиелары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.

Конференцияның төп темалары: сәнәғәт тармағында һөнәри белем биреүҙе үҫтереү, яңы сәнәғәт сәйәсәтенең өҫтөнлөктәре, сәнәғәт үҫеше институттары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге һәм башҡалар.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтында Бөтә Рәсәй сәнәғәт конференцияһына аккредитация алырға була. Бының өсөн киң мәғлүмәт сараһының исемен, исем-шәрифте, вазифаны, телефон номерын һәм электрон почтаны күрһәтергә кәрәк. Бәйләнеш: 89057638866, Шакирова Виктория, press@onf.ru.