5 декабрь, Дүшәмбе

03 июнь 2015 йыл, 11:54

Нефтекаманың «Торос» клубы яңы һөжүмсе менән килешеү төҙөнө

фото: Дмитрий Слезин коллажы

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Нефтекаманың «Торос» клубы Ҡаҙағстандың «Һары арҡа» командаһы бомбардиры Егор Шастин менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Клубтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, килешеү бер йылға иҫәпләнгән.

Уҙған миҙгелдә Егор Шастин Караганданың «Һары арҡа»һы өсөн сығыш яһаны һәм даими чемпионаттың 47 уйынында — 36, ә плей-офф матчтарында 16 мәрәй йыйҙы.

Үҙ карьераһында ул «Авангард», СКА, «Торпедо», «Себер», «Нефтехимик» һәм «Лада» командаларында уйнаған.