9 декабрь, Йома

03 июнь 2015 йыл, 10:51

Өфө егете Вил Ғабдуллин утыҙынсы тапҡыр һуғыш сәнғәте буйынса донъя чемпионы исемен яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Италияла һуғыш сәнғәте буйынса донъя чемпионаты үтте.

Унда Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында башҡорт атлеты, һуғыш сәнғәте буйынса 29 тапҡыр донъя чемпионы Вил Ғабдуллин ҡатнашты.

Яҡташыбыҙ каратэ буйынса уңышлы сығыш яһап, алтын миҙал яуланы һәм утыҙынсы тапҡыр һуғыш сәнғәте буйынса донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды.

Ярыштарға Австрия, Шотландия, Латвия, Венгрия, Хорватия, Иран, Үзбәкстан, Тажикстан, Италия һәм Рәсәйҙән иң яҡшы спортсылар килгәйне.

«WASСO донъя чемпионаттарында бишенсе йыл ҡатнашам һәм миңә һәр ваҡыт уңыш йылмайҙы. Өҙлөкһөҙ күнекмәләр һәм маҡсатҡа ынтылышым арҡаһында ошондай уңыштарға ирештем», — тип тәьҫораттары менән бүлеште чемпион.

Вил Ғабдуллин бер аҙ ял иткәндән һуң, яңы көс менән WTKA һуғыш сәнғәте буйынса донъя чемпионатына әҙерләнергә ниәтләнә. Ярыш быйыл 27 октябрҙән 1 ноябргә тиклем Италияла уҙа.

темалар: һуғыш сәнғәте