10 декабрь, Шәмбе

03 июнь 2015 йыл, 10:15

Рөстәм Хәмитов «Комсомольская правда» гәзитен 90 йыллығы менән ҡотланы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Комсомольская правда» гәзитен 90 йыллығы менән ҡотланы. Баҫманың юбилейына арналған байрам кисәһе Рус драма театрында үтте.

Сарала редакция хеҙмәткәрҙәре һәм ҡунаҡтар гәзиттең тарихын иҫкә төшөрҙө, нәшриәт йортоноң яңы проекттары хаҡында белде.

– Мин –  «Пионерская правда», «Комсомольская правда» һәм «Правда» гәзиттәре йоғонтоһонда тәрбиәләнгән быуын вәкиле. Бөгөнгө көндә әлеге өсәүҙән «Комсомольская правда» баҫмаһы ғына донъя күрә, – тине үҙ сығышында Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, ул 1968 йылда комсомолға ингәс тә, ошо гәзит менән дуҫлашҡан.

– Һеҙ бөгөн дә бик кәрәк. Һеҙ йәмғиәттең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләндегеҙ. Комсомол булмаһа ла, «Комсомольская правда» бар! Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым! Эшегеҙ өсөн рәхмәт, – тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов гәзит коллективына.

«Комсомольская правда» гәзитенең тәүге һаны 1925 йылдың 24 майында 31 мең дана тираж менән баҫыла. Совет заманында гәзит ВЛКСМ-дың баҫма органы була.

Бөгөнгө көндә «Комсомольская правда» нәшриәт йорто ябыҡ акционерҙар йәмғиәте алты федераль баҫма («Комсомольская правда», «Экспресс-газета», «Советский спорт», «Телепрограмма» һәм «Союзное государство» журналы), китаптар һәм дисктар сығара, сайтҡа һәм радиостанцияға ярҙам итә. Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре биләмәһендә гәзиттең тиражы айына 35 миллион дана тәшкил итә.

Башҡортостанда көндәлек гәзит – 13 мең, аҙналыҡ баҫма 30 мең дана тираж менән донъя күрә. Сайтҡа тәүлегенә уртаса 30 мең ҡулланыусы инә.