8 декабрь, Кесе йома

02 июнь 2015 йыл, 19:44

Рөстәм Хәмитов Данияның Рәсәйҙәге илсеһе Томас Винклер менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2 июндә республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дания Короллегенең Рәсәйҙәге илсеһе Томас Винклер етәкселегендәге рәсми һәм эшлекле даирәләр делегацияһы менән осрашты. Яҡтар сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек, ауыл хужалығы өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

– Һуңғы йылдарҙа инвестиция мөхитен яҡшырттыҡ. Дүрт йыл элек инвестиция йәлеп итеү буйынса Рәсәйҙең егерме төбәге араһында һуңғы урынды биләһәк, бөгөн тәүге унау исемлегенә инәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, республика үҙ биләмәһендә производстволар булдырыу менән ҡыҙыҡһына һәм инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға әҙер.

– Бөгөн ауыл хужалығын яңыртыу буйынса ҙур эш башлайбыҙ. Эшҡыуарҙарыбыҙ Данияла сусҡалар, ауыл хужалығы предприятиелары өсөн ҡорамалдар һатып алды. Был эш артабан да дауам итер, тип ышанам, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Республиканың химия кластерын булдырыу, фармацевтика, энергетика, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре һәм башҡалар үҫешәсәк. Бөгөн бында ошо тармаҡтарҙа эшләүселәр бар. Инвестиция һалыу йәһәтенән Башҡортостан иң яҡшыһы.

Былтыр Башҡортостан менән Дания Короллеге араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 84,5 миллион доллар тәшкил иткән. Шуларҙың 87 проценты (73,5 миллион доллар) – экспортҡа, 13 проценты (11 милллион доллар) импортҡа тура килә.  

Башҡортостан Данияға мазут, төпрә (мал аҙығы), арыш һәм фанера сығарһа, уларҙан химия сәнәғәте продукцияһы, төрлө ҡорамалдар, ҡара металл изделиелары, малдар һатып ала.

Әле төбәктә Дания капиталы ҡатнашлығында ете предприятие теркәлгән. Улар, нигеҙҙә, финанс аралашлыҡ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, төҙөлөш предприятиелары.