Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан «Первушин» аэродромында хәрби-тарихи реконструкция үткәрелә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

20 июндә Өфөнән алыҫ түгел «Первушин» аэродромында «Беҙ үткәндәрҙән» тип аталған хәрби-тарихи реконструкция уҙғарыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2007 йылдан алып Өфөнөң төрлө майҙансыҡтарында ошондай саралар ойошторола. Быйыл күләмле проект Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған.

Театрлаштырылған тамашала Икенсе донъя һуғышы йылдарындағы хәрби техника: мотоциклдар, автомобилдәр, совет һәм немец танктары файҙаланыласаҡ. Ойоштороусылар 45 миллиметрлы пушканы ла күрһәтергә вәғәҙәләй.

Сарала өфөләр, республика ҡалалары вәкилдәре, шулай уҡ Новосибирск, Кемеров, Пермь, Һамар, Тольятти, Екатеринбург, Силәбе, Новоуральск, Ульяновск, Киров ҡалаларынан ҡунаҡтар ҡатнаша. «Мюзет» төркөмө һуғыш осоро йырҙарынан торған концерт әҙерләй. Һуңынан авиашоу ойоштороласаҡ.

Сара көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана. Инеү ирекле. Автобус Көньяҡ автовокзалдан сәғәт 12-лә китә. «Первушин» аэродромы Кушнаренко районында урынлашҡан. Аэродромға «Өфө — Ҡазан» трассаһы буйлап барырға була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть