Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала автоһәүәҫкәрҙәрҙең яртыһы тиерлек кредитҡа автомобиль һатып ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостан халҡы бик теләп кредитҡа автомобиль һатып ала. Статистика күрһәтеүенсә, ағымдағы йылдың апрель айында республикала һатып алынған яңы автомобилдәрҙең 47,6 проценты өсөн ай һайын банкка түләп барырға кәрәк.

Быйыл апрелдә «Автостат» аналитика агентлығы һәм Кредит хәленең милли бюроһы яңы еңел автомобилдәр һатыу һәм автокредит биреү һөҙөмтәләре буйынса тикшереү үткәрҙе. Уға ярашлы, бурысҡа алынған автомобилдәрҙең һаны ағымдағы йылдың беренсе кварталына ҡарағанда күберәк. Дөйөм алғанда, апрелдә рәсәйҙәр 110 479 яңы машина һатып алған, шуларҙың 35 процентын — бурысҡа. Беренсе квартал йомғаҡтары буйынса был күрһәткес 20,1 процент тәшкил иткән.

«2015 йылдың апрелендә яңы автомобилдәр баҙары былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 49 процентҡа кәмерәк, — тип һөйләй «Автостат» аналитика агентлығының башҡарма директоры Сергей Удалов. — Әммә кредит ойошмаларының ярҙамы тойола, был иһә тармаҡта һатыуҙың артыуына өмөт бирә».

Башҡортостанда күрһәткес Рәсәйҙекенән юғары. Апрель айында республикала йәшәүселәр 3441 яңы машина һатып алған, шуларҙың 1638-ен — кредитҡа. Шулай итеп, Башҡортостанда кредитҡа алынған автомобилдәрҙең өлөшө — 47,6, Рәсәй буйынса 35 процент тәшкил иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть