3 декабрь, Шәмбе

02 июнь 2015 йыл, 16:46

Башҡортостанда бард йыры фестивале уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 12-14 июндә Ейәнсура районында «Ҡош юлы» IV асыҡ бард фестивале ойошторола. Быйыл фестиваль ваҡытһыҙ донъя ҡуйған шағир Ғилман Ишкининдың иҫтәлегенә арнала. Сарала 25 йәш автор-башҡарыусы ҡатнаша. Уларҙың 24-ен жюри ағзалары һайлап алған, ә 25-се ҡатнашыусы интернет аша тауыш биреү юлы менән билдәләнәсәк.

Бәйгеселәрҙе «Шау-Шоу» продюсер үҙәге продюсеры Заһир Ҡотлосурин рәйеслегендәге жюри ағзалары: кинорежиссер Айнур Асҡаров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йәштәр советы рәйесе Эдуард Ишбаев, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хакимиәт вәкилдәре, башҡарыусылар Заһир Ишкинин, Тимур Йәнсурин, Заһит Ҡунафин(МСБАШ), Лилиә Таңатова баһалаясаҡ.

Фестиваль-конкурс үҙешмәкәр композиторҙарҙың, шағирҙарҙың ижади эшмәкәрлеген әүҙемләштереү һәм оҫталыҡтарын арттырыуға ярҙам итеү маҡсатында ойошторола. Унда 16 йәштән өлкән гитарала уйнап йырлаусылар ҡатнаша. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурс ике этапта уҙғарыла. Тәүгеһендә башҡарыусылар йырҙарын видеоға төшөрөп, «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге махсус биткә һала һәм анкета тултыра.

«Йыл йыры», «Тамашасылар һөйөүе», «Ғилман Ишкининдың шиғырына иң яҡшы йыр», «Йыл асышы», «Иң яҡшы социаль йыр» номинацияларында еңеүселәргә дипломдар, бүләктәр тапшырыласаҡ.

Сараны ойоштороусылар — Ейәнсура районы хакимиәте, Ейәнсура районының «Дозор» йәмәғәт ойошмаһы, «Шоңҡар» журналы редакцияһы, Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты. Фестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмдә.