5 декабрь, Дүшәмбе

02 июнь 2015 йыл, 15:54

Хәҙер әсәлек капиталын бала тыуғас та торлаҡ һатып алыу өсөн тотонорға мөмкин

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Әсәлек капиталын торлаҡ кредиты буйынса тәүге иғәнәгә йүнәлтергә була. Бының өсөн балаға өс йәш тулғанын көтөргә кәрәкмәй. Тейешле закон 23 майҙа көсөнә инде. Был хаҡта Рәсәй Пенсия фонды республика бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Элек тә әсәлек капиталы аҡсаһын сабыйға өс йәш тулғансы торлаҡ кредиттарын ҡаплауға йүнәлтергә мөмкин булды, әммә был тәүге иғәнәгә ҡағылмай ине. Хәҙер бындай сикләү юҡ.

Әлеге мәлдә республикала әсәлек капиталына сертификат алыусылар һаны 210 меңдән ашҡан, уларҙың 44 проценты был аҡсаны тотонған да инде.

Башҡортостанда әсәлек капиталын файҙаланып, 143 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Уларҙың 101 меңе 37 миллиард һумға торлаҡ кредиттарын өлөшләтә йәки тулыһынса ҡаплаған. Тағы 42 мең ғаилә кредит алмайынса, торлаҡ һатып алыуға, төҙөүгә йәки реконструкциялауға 12,5 миллиард һум күләмендә әсәлек капиталы аҡсаһын йүнәлтеп, торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.

Район һәм ҡалаларҙағы Пенсия фонды идаралыҡтарына 189 миллион һумға балаларын уҡытыуға – 5 меңгә яҡын, 8,4 миллион һумға аҡсаларын буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөнә күсерергә теләүселәрҙән 118 ғариза ҡабул ителгән.

Бынан тыш, хәҙерге ваҡытта Пенсия фонды идаралыҡтары әсәлек капиталының 20 мең һумын алырға ғаризалар йыя.