Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Дания Башҡортостандың инвестиция мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһына

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

2 июндә Өфөлә Дания Короллегенең Рәсәйҙәге илсеһе Томас Винклер етәкселегендәге делегация өсөн ойошторолған презентацияла республиканың инвестиция мөмкинлектәре күрһәтелде. Осрашыу Инвесторҙар йортонда үтте.

Сарала Даниянан килгән энергетика, экология, нефть һәм газ сәнәғәте, һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарындағы компанияларҙың 20-нән ашыу вәкиле ҡатнашты.

«Бөгөнгө презентацияла ҡатнашҡан компаниялар күптән Рәсәй баҙарына сыҡҡан. Улар үҙҙәренең проектын үҫтереү өҫтөндә эшләй. Компанияларҙың белемен һәм тәжрибәһен Башҡортостан Хөкүмәте алдында торған өҫтөнлөктәргә йүнәлтеү мөһим. Мәҫәлән, ике яҡ та ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһына. Шулай уҡ беҙ нефть һәм газ, энергетика, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендәге технологияларҙы максималь файҙаланырға тейеш», — тип билдәләне Дания Короллегенең Рәсәйҙәге илсеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть