11 декабрь, Йәкшәмбе

02 июнь 2015 йыл, 13:13

Чернобылдә ҡатнашҡан башҡорт кешеһе хаҡында фильм Македониялағы кино фестивалендә «бронза»ға лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Йәшә, һалдат, йәшә» фильмы Македонияның Струмица ҡалаһында үткән Халыҡ-ара «Asterfest» ҡыҫҡа метражлы кино фестивалендә «бронза»ға лайыҡ булды. Тап ошо ҡалала Башҡортостанда йәшәүсе ир-егеткә арналған документаль фильмдың премьераһы күрһәтелде.

Ғәзиз — ябай ауыл кешеһе, Ғафури районынан. 1986 йылда уны Чернобылдәге атом станцияһында шартлау эҙемтәләрен бөтөрөргә ебәрәләр. 28 йыл үткәс ул ҡасабала фатир ала. Әммә геройҙың ғаиләһе лә юҡ, сәләмәтлеге лә ҡаҡшаған. Бары тик әсәһе менән буш фатир ғына.

Фильмдың сценарий авторы, режиссеры, продюсеры һәм операторы — Кирстен Гайнет (Айгөл Ғәйнетдинова). Ул Башҡортостандың Инйәр ҡасабаһында тыуған. 2005 йылда Өфөгә күсә. Бала саҡтан актриса булырға хыялланһа ла, медицина белеменә эйә була. 2007 йылда «Сыйылған эҙ» фильмында төшә. 2009 йылда Санкт-Петербург мәҙәниәт һәм сәнғәт университетына уҡырға инә. Фото төшөрөү менән мауыға, ике шәхси күргәҙмәләр авторы.

Струмица ҡалаһындағы фестивалдә Кирстен Гайнет фильмын үҙе күрһәткән, тип хәбәр итә «Cinepromo» сайты.

«Геройымдың, халҡымдың фажиғәле тормош юлын сит ил тамашасылары ла ҡараны. Мин быға бик шатмын. Илебеҙҙең еңеүҙәрен генә түгел, һәләкәт арҡаһында меңдәрсә кешенең ғүмере өҙөлгән фажиғәне онотмау бик мөһим. Фильмды күрһәткәндә эргәлә ултырған бер ир-егет: «Был башҡорт телеме?», — тип һораны. Башҡа милләттәрҙең туған телебеҙҙе ишетеүенән яҡшырағы юҡтыр», — тип һөйләй Кира.

Бынан алдараҡ «Йәшә, һалдат, йәшә» фильмы Мәскәүҙә ойошторолған «Арткино», «Будем жить!» һәм «Сталкер» фестивалдәрендә, шулай уҡ Санкт-Петербургта «Послания к Человеку» конкурсында ҡатнашҡан. Апрелдә фильм «Святая Анна» фестивалендә күрһәтелгән.

темалар: кино