6 декабрь, Шишәмбе

02 июнь 2015 йыл, 12:03

Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсылары һәм тренерҙары менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Өфөнөң яңыртылған «Нефтсе» стадионында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсылары һәм тренерҙар штабы менән осрашты. Уҙған аҙнала улар миҙгелде уңышлы тамамланы һәм Рәсәй Премьер-лигаһында урындарын һаҡлап ҡалды. Осрашыуҙа футбол миҙгеле йомғаҡтары, «Өфө» футбол клубын үҫтереү мөмкинлектәре һәм киләсәккә пландар тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов спортсыларҙы Рәсәйҙең юғары футбол лигаһында уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотланы.

— Дүрт йыл эсендә «Өфө» футбол клубы менән ҙур юл үттек. Бының менән генә туҡталырға ярамай. 2015/2016 йылдар миҙгелендә үҙ майҙаныбыҙҙа яҡшыраҡ уйнау зарур. Беҙгә 17 үк булмаһа ла, 10-12 еңеү яуларға кәрәк, — тине республика етәксеһе.

Клуб Премьер-лиганың башҡа командалары менән бер кимәлдә булһын өсөн тулыһынса финансланасаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы. Уның сығанаҡтары билдәләнгән дә инде.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, төбәктә профессиональ клубтың булдырылыуы спорт төрҙәрен үҫтереүгә, шулай уҡ республиканың донъя күләмендә танылыуына ҙур өлөш индерә.

— Өфө сит ил баҫмаларында иң күп һылтанма яһалған Рәсәйҙең ун ҡалаһы исемлегенә инә. Мин тәүҙә быны инвестиция эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе тип уйланым. Һуңынан асыҡланыуынса, мәҡәләләрҙең 70 проценты «Өфө» футбол клубына бәйле. Футбол — ул  халыҡ-ара ваҡиға. Һеҙҙең хаҡта бөтә илдәрҙә лә беләләр. Һеҙҙең клуб ҡаланы, республиканы бөтә донъяға таныта. Бөгөнгө көндә беҙ ошо йүнәлештә эшләйбеҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Клуб етәкселеге һәм уйынсылар республика Башлығына Башҡортостан футболына, үҙ майҙандарында уйын үткәреү өсөн уңайлы шарттар булдырырға һәм күнекмәләрҙе ойошторорға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте.

Рөстәм Хәмитов «өфөләрҙең» уйынын ҡарарға кәм тигәндә 10 мең кешенең килеүен теләне һәм клубтың президенты, Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Марат Мәһәҙиевҡа көйәрмәндәрҙең уңайлығы өсөн транспорт логистикаһын хәл итергә ҡушты. Төбәк Башлығы шулай уҡ, алдағы йылдарҙа «Өфө» футбол клубының Ағиҙел йылғаһы буйындағы уҡыу-күнекмә базаһын төҙөкләндереү планлаштырыла, тип билдәләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Өфө» клубы 2010 йылдың 23 декабрендә «Башинформсвязь — Динамо» командаһы базаһында булдырылған. 2012 йылдан ул Милли футбол лигаһында сығыш яһай башланы. Милли футбол лигаһы беренселегенең 2013/2014 йылдар миҙгеле йомғаҡтары буйынса баш ҡала клубы дүртенсе урын алды һәм Премьер-лигала урын яуланы.

2014/2015 йылдар миҙгелендә команда турнир таблицаһында 12-се урынды биләне һәм Премьер-лигала сығыш яһау хоҡуғын һаҡлап ҡалды. Ағымдағы йылдың август айынан спортсылар уйындарҙы үҙ майҙанында — яңыртылған «Нефтсе» стадионында уҙғарасаҡ.