Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам уҙҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

1 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов В.И.Ленин исемендәге паркта Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап ойошторолған байрамда ҡатнашты.

Республика етәксеһе өҫтәмә белем биреү учреждениеларының ижади, спорт, уйын майҙансыҡтарын ҡараны, шулай уҡ 1-се балалар музыка мәктәбе уҡыусылары менән аралашты.

Парк сәхнәһендә Өфөнөң балалар вокал, бейеү һәм фольклор ансамблдәре тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны. Байрам ике меңгә яҡын бала ҡатнашлығында «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» менән тамамланды.

Башҡортостанда 551,9 мең ғаилә йәшәй, уларҙа 850 мең бала тәрбиәләнә. Өс һәм унан күберәк балалары булған ишле ғаиләләр һаны – 46,3 мең (84 процент).

Былтыр республикала 60,5 мең бала донъяға килгән, был 2013 йылға ҡарағанда 2,1 процентҡа күберәк. 2014 йыл йомғаҡтары буйынса тыуым коэффициенты 1 000 кешегә 14,9 тәшкил итә. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе һәм Рәсәйҙә 20-се урынды биләй. 2 648 бала етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар өсөн интернаттарҙа тәрбиәләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть