Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәй Кәкүк карнавалынан башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың Нуриман районында «Кәкүк сәйе» икенсе республика этно-фестивале уҙғарылды. Байрамда 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Фестиваль сиктәрендә «Кәкүк карнавалы», «Иң яҡшы башҡорт сәйе рецебы», «Иң яҡшы кәкүк бейеүе», «Иң яҡшы кәкүк йыры», «Иң яҡшы кәкүк костюмы», «Иң яҡшы кәкүк бутҡаһы рецебы» конкурстары ойошторолдо.

Нуриман районының мәғариф учреждениелары күргәҙмәләр әҙерләгән, тарихи-мәҙәни үҙәктәр «Кәкүк сәйе» йолаһын күрһәтте, фольклор коллективтары ҡунаҡтарҙы йыр-бейеүҙәр менән шатландырҙы. Ғафури районы Сәйетбаба ауылының тарихи-мәҙәни үҙәге байрамдың мәҙәни өлөшөн тәҡдим итте. Шулай уҡ шифалы үләндәр буйынса белгес Гордеевтың семинары булды, белгестәр кәңәштәр бирҙе. Барыһы ла тәмле үлән сәйҙәре, бал һәм милли ризыҡ менән һыйланды.

«Республикала Кәкүк сәйе кеүек байрамдарҙы һаҡларға һәм үҫтерергә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә кәрәк», — тип билдәләне Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина.

Фестиваль ҡунаҡтары араһында Нуриман районы ветерандары һәм Өфө ҡалаһынан Өсөнсө быуын университеты тыңлаусылары бар ине. Сарала ҡатнашыусы балалар өсөн анимациялы программа әҙерләнгәйне. Башҡортостандың Туризм үҙәге социаль приюттарҙағы балалар фестивалдә ҡатнашһын өсөн махсус программа төҙөгән. Балаларҙың фотоэштәре махсуслаштырылған күргәҙмәгә индерелде.

«Фестиваль артабан да үҫешер һәм Нуриман районының туристик брендына әүерелер, тип ышанабыҙ», — тип билдәләне Нуриман районы хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин.

«Кәкүк сәйе» байрамы яҙғы-йәйге осорҙа үткәрелә. Тәбиғәт ҡосағында сәй эсеү, уйын-көлкө, бейеү ойошторола. Унда халыҡтың ҡышҡы йоҡонан уянған тәбиғәткә табыныуы, ҡоштарҙың йылы яҡтан ҡайтыуына шатланыуы сағыла.

«Кәкүк сәйе» фестивален ойоштороусылар — Нуриман районы хакимиәте, «Павловка паркы» тау саңғыһы үҙәге, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, республиканың Туристик индустрия союзы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Мәҙәниәт министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты булышлығында Туризм үҙәге.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть