11 декабрь, Йәкшәмбе

01 июнь 2015 йыл, 17:29

Төбәктә сәсеү кампанияһы мәғлүмәттәре билдәле булды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда сәсеү эштәренең барышы билдәле булды. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған ял көндәрендә Әлшәй, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Мәләүез, Стәрлебаш һәм Тәтешле райондарында сәсеү тамамланған.

Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 1889 мең гектар майҙанда яҙғы культуралар сәселгән, был сәсеү майҙандарының 93 проценты. Бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар — 1253 мең гектар, шәкәр сөгөлдөрө — 50,08 мең гектар һәм көнбағыш 207,2 мең гектарҙы биләй.