10 декабрь, Шәмбе

01 июнь 2015 йыл, 17:05

Башҡорт яҙыусыһы «Яңы әҙиптәр» халыҡ-ара конкурсында лауреат исеменә лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Яҙыусы Зөһрә Бураҡаеваның «Гүзәл» исемле хикәйәһе Мәскәүҙә үткән «Яңы әҙиптәр» халыҡ-ара конкурсында өсөнсө урын алды. Бәйгене «Дикси Пресс» нәшриәте ҡарамағындағы бер үк исемдәге әҙәби агентлыҡ ойошторған.

Зөһрә Бураҡаеваның хикәйәһе конкурста ҡатнашыусыларҙың «Иҫтәлеккә фотоһүрәттәр» йыйынтығында донъя күрәсәк. Авторҙарға конкурс лауреаттары дипломдары, аҡсалата бүләк һәм «Яңы әҙиптәр-2016» бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғы биреләсәк.

Зөһрә Бураҡаева — прозаик, тәржемәсе, сценарист, публицист, драматург, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы. Документаль, анимациялы, нәфис фильмдарҙың сценарий авторы, башҡорт телендәге «Хыялый япраҡ» хикәйәләр йыйынтығы, тәржемәләр китабы авторы. Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премия, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты. Төрлө концерттарҙың, театрлаштырылған тамашаларҙың, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәренең юбилей кисәләренең, Башҡортостан юлдаш телеканалы проекттарының сценарий авторы.