4 декабрь, Йәкшәмбе

01 июнь 2015 йыл, 16:10

Өфөгә тәүге тапҡыр киң корпуслы Аirbus A330 самолеты килде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә тәүге тапҡыр «Аэрофлот» авиакомпанияһының киң корпуслы Аirbus A330 самолеты ултырҙы. Рейс Мәскәүҙән килгән. Был хаҡта Өфө блогеры stonerized хәбәр итә.

«Самолет түбәнәйгән һайын уның ни тиклем ҙур икәнлеген аңлай башлайһың. Аэробустың ҡанаты — 60 метр тирәһе, яҡынса осоу-ултырыу һыҙатының киңлегенә тиң», тип яҙа ул үҙенең блогында. Шулай уҡ блогер, салондың урынлашыуына ҡарап А330 бортҡа 295-тән 440-ҡа тиклем пассажир алыу мөмкинлегенә эйә, тип билдәләй.

Өфө аэропортының матбуғат секретары Татьяна Ризван хәбәр итеүенсә, «бындай самолеттар Өфөгә йыш килмәйәсәк, әммә ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан персонал уларҙы ҡабул итә һәм хеҙмәтләндерә белергә тейеш».

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылдың сентябрендә «Өфө» халыҡ-ара аэропортына Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең йөгөн ташыу өсөн «Волга-Днепр» авиакомпанияһының «Руслан» Ан-124 самолеты ултырҙы. Ете йыл эсендә тәүге тапҡыр «Өфө» аэропорты шундай типтағы һауа судноһын ҡабул итте.

Шул саҡта аэропорт хакимиәте, «Өфө» аэропорты «Боинг-747», «Боинг-777» ҙур пассажир һауа судноларын ҡабул итергә әҙер, ә хеҙмәткәрҙәр «А-330» тибындағы самолеттарҙы хеҙмәтләндерергә өйрәнә, тип белдерҙе.

темалар: авиабәйләнеш