9 декабрь, Йома

01 июнь 2015 йыл, 15:06

Силәбелә балалар өсөн «Һабантуй мозаикаһы» байрамы ойошторолдо

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбенең А.С.Пушкин исемендәге ҡала баҡсаһында «Һабантуй мозаикаһы» байрамы ойошторолдо. Сара Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан уҙғарылды. Балалар һабантуйы 11-се тапҡыр үткәрелә һәм төрлө йәштәге балалар араһында популярлыҡ яулап өлгөргән.  

«Ошондай саралар ярҙамында йәш быуында милли традицияларға һөйөү тәрбиәләйбеҙ, мәҙәниәтте тергеҙәбеҙ. Улар байрамдарыбыҙҙың күңелле итеп уҙғарылыуын күреп үҫә. Шул рәүешле балалар башҡорт халҡының бай рухи мираҫы менән таныша», — тип һөйләне Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин.

Сараны асыу тантанаһында Учалы районының «Ирәмәл» балалар өлгөлө бейеү ансамбле сығыш яһаны. Улар дәртле бейеүҙәре һәм матур милли кейемдәре менән барыһының да күңелен яуланы. Байрамды шулай уҡ Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы, Силәбе өлкәһе балалар коллективтарының һәм айырым башҡарыусыларҙың йыр-бейеүҙәре биҙәне. Йәш спортсылар милли көрәштә үҙ көсөн һынаны, халыҡ уйындарында ҡатнашты. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды, тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Мөхәммәт Хәбиров.

Байрамды ойоштороусылар — Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге һәм Башҡорт Ҡоролтайы булышлығында Башҡорт халыҡ үҙәге.