4 декабрь, Йәкшәмбе

01 июнь 2015 йыл, 13:13

Йыл һайын Башҡортостанда мең кешегә 15 самаһы бала тыуа

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Йыл һайын Башҡортостанда мең кешегә 15 самаһы бала тыуа, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Былтыр бөтәһе 60,2 мең сабый донъяға килгән.

2013 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәй төбәктәрендә мең кешегә 13 бала тыуа.

Хәҙерге ваҡытта республикала 1567 мәктәпкәсә ойошма, 200 филиал хоҡуғына эйә булған ойошма, мәктәптәрҙә 380 мәктәпкәсә тәрбиә биреү төркөмдәре эшләй. 223,6 мең  сабый балалар баҡсаһына йөрөй. Уҙған йылда 129 балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре һәм спорт клубтарында 74,7 мең бала шөғөлләнгән. Музыка, художество һәм сәнғәт мәктәптәренә 39,6 мең бала йөрөй.