4 декабрь, Йәкшәмбе

01 июнь 2015 йыл, 12:39

Республикала математиканан Берҙәм дәүләт имтиханы бара

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Балаларҙы яҡлау көнөндә Башҡортостанда сығарылыш класс уҡыусылары математиканан Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. Бөгөн, 1 июндә, 15 меңдән ашыу кеше база кимәлендә математика буйынса имтихан бирә. Эште өс сәғәт эсендә башҡарып сығырға кәрәк. Берҙәм дәүләт имтиханы барышында онлайн, федераль йәмәғәт күҙәтеүселәре һәм инспекторҙар эшләй. Имтихан үткәреүҙең 109 пункты ойошторолған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл математиканан Берҙәм дәүләт имтиханы база һәм профилле кимәлдәргә бүленгән. База кимәлендә математика буйынса БДИ-ны уңышлы тапшырыу аттестат алырға һәм ҡабул итеү һынауҙары исемлегендә «Математика» фәне булмаған юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә мөмкинлек бирә.

Профилле Берҙәм дәүләт имтиханы 4 июндә була. Башҡортостанда уны 18 меңдән ашыу уҡыусы һайлаған, тип хәбәр итә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы.