Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Әлшәй районындағы һабантуйҙа ҡатнашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Рөстәм Хәмитов Әлшәй районына эш сәфәре барышында Яңы Сәпәш ауылында уҙғарылған һабантуйҙа ҡатнашты. Республика Башлығы ауыл халҡын яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуы менән ҡотланы һәм райондың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

– Һабантуй – һәммәбеҙҙең дә яратҡан байрамы. Туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ һәм яҡташтарыбыҙ менән бергәләп йәйҙең башланыуына шатланабыҙ, тыуған еребеҙҙе һәм игенсенең хеҙмәтен данлайбыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Республика һабантуйҙы яҡшы кәйеф менән ҡаршылай. Һәр йыл – беҙҙең өсөн яңы ҡаҙаныштар мәле. 2015 йыл да шулай буласаҡ, сөнки Башҡортостан – уңған эшсәндәрҙең, үҙ эше оҫталарының тыуған ере. Барыбыҙ ҙа Башҡортостанда йәшәүебеҙ менән ғорурланабыҙ.

Байрамда район алдынғыларының парады, «Бригадирҙар конкурсы» һәм башҡа спорт ярыштары ойошторолдо. Республика Башлығы ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһен, райондың ауыл хужалығы предприятиелары тирмәләрен ҡараны, балалар һабантуйы, милли көрәш, көс күнекмәләре майҙансыҡтарында булды, конкурстарҙа ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть