8 декабрь, Кесе йома

01 июнь 2015 йыл, 11:32

Рөстәм Хәмитов: Әлшәй районында ҡошсолоҡ комплексын төҙөүҙә башҡа темптар кәрәк

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Әлшәй районында булды. Раевка ауылында Башҡортостан Башлығы ҡатнаш аҙыҡ етештереүсе, иген һәм май бирә торған культураларҙы ҡабул итеү, киптереү, һаҡлау буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүсе «Раевка элеваторы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә («Башҡортостан бройлеры» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә инә) булды. Элеваторҙың һыйҙырышлылығы 76 мең тонна тәшкил итә, ҡатнаш аҙыҡ заводының ҡеүәте – тәүлегенә 150 тонна.

2014 йылда ауыл хужалығы предприятиеһы 12 196 тонна ҡатнаш аҙыҡ етештергән, 16 010 тонна иген һәм май бирә торған культуралар әҙерләнгән. Продукцияны һатыуҙан һәм хеҙмәттәрҙән килгән төшөм 156 миллион һум тәшкил иткән, был 2013 йылғы күрһәткестән 35 процентҡа юғарыраҡ.

Быйыл предприятие ҡатнаш аҙыҡ заводын һәм элеваторҙы яңыртырға планлаштыра, тип хәбәр итте «Башҡортостан бройлеры» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Олег Дробышев. Бының өсөн 90 миллион һумға илебеҙҙә етештерелгән ҡорамалдар һатып алынасаҡ. Реконструкциянан һуң йылына 120 мең тоннаға тиклем юғары сифатлы ҡатнаш аҙыҡ етештерергә мөмкин буласаҡ.

Ҡатнаш аҙыҡ заводын яңыртыу «Башҡортостан бройлеры» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡошсолоҡ комплексын төҙөү буйынса инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыуға бәйле. Объект проект ҡеүәтенә сығыу менән йылына 40 мең тонна ҡатнаш аҙыҡ талап ителәсәк. Ҡошсолоҡ комплексында 212,9 мең  ҡош-ҡорт аҫрала. 210 яңы эш урыны булдырылған. Дәүләт ярҙамы күләме 268 миллион һум тәшкил иткән. Әммә проектты ғәмәлгә ашырыу темптары республика Башлығын ҡәнәғәтләндермәне.

– Дүрт йыл буйына ошо хаҡта һөйләйбеҙ, әммә бер ниндәй ҙә үҫеш күренмәй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беренсе сиратты сафҡа индерҙегеҙ, хәҙер икенсеһен эшләгеҙ. Беҙ бит һеҙгә ярҙам итәбеҙ. Миңә һеҙҙең йылдамыраҡ эшләүегеҙ кәрәк.