8 декабрь, Кесе йома

01 июнь 2015 йыл, 10:17

Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсыларын һәм етәкселеген миҙгелде уңышлы тамамлауҙары менән ҡотланы

фото: «Өфө» футбол клубының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 30 майҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубының баш тренеры Игорь Колыванов менән телефон аша һөйләште һәм спортсыларҙы миҙгелде уңышлы тамамлауҙары менән ҡотланы.

– Был миҙгел бик ауыр булды. Премьер-лигаға сығыу – бер эш, ә лайыҡлы уйнау һәм яуланған кимәлде һаҡлау – бөтөнләй икенсе. Киләсәктә яҡшы һөҙөмтә күрһәтерһегеҙ тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов һәм яҡын арала команда менән осрашырға ниәтләнеүе хаҡында хәбәр итте.

Игорь Колыванов, үҙ сиратында, клубҡа ярҙам иткәне өсөн республика Башлығына рәхмәт белдерҙе.  

– Был Башҡортостан клубының ғына түгел, һеҙҙең дә ҙур еңеүегеҙ. Сөнки һеҙ республикала футболды үҫтерә башланығыҙ, беҙ иһә өмөттәрегеҙҙе аҡлау өсөн барыһын да эшләнек, – тип билдәләне тренер. – Киләһе миҙгелдә яңы стадионда уйнаясаҡбыҙ, көйәрмәндәребеҙгә яҡыныраҡ буласаҡбыҙ. Улар беҙгә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам итәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 майҙа Саранскиҙа «Өфө» менән «Рубин» командалары араһында уйын 1:1 иҫәбе менән тамамланды. Өфө футболсыһы Дмитрий Стоцкий 33-сө минутта гол индерҙе. Һөҙөмтәлә «Өфө» футбол клубы турнир таблицаһында 12-се урынды биләне. Команда 2015/2016 йылдар миҙгелендә Премьер-лигала сығыш яһау хоҡуғын һаҡлап ҡалды. Ағымдағы йылдың август айынан спортсылар уйындарҙы үҙ майҙанында – яңыртылған «Нефтсе» стадионында уҙғарасаҡ.