11 декабрь, Йәкшәмбе

29 май 2015 йыл, 18:04

Башҡорт радиожурналисы федераль журналда мәҡәләләр шәлкемен баҫтыра

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Рәсәй киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри баҫмаһы «Журналист» журналында билдәле башҡорт радиожурналисы һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитовтың мәҡәләләр шәлкеме баҫыла башланы. Атап әйткәндә, июнь һанында «Крап беретына тигеҙләү» исемле мәҡәлә донъя күрәсәк. Автор унда киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең даими камиллашырға, юғары кимәлгә ынтылырға тейешлеге хаҡында фекер йөрөтә. Уның фекеренсә, был ғорурлыҡ, шатлыҡ, шулай уҡ ҙур яуаплылыҡ та.

«Башинформ» агентлығына Рәсүл Сәғитов хәбәр итеүенсә, Мәскәү баҫмаһында фән булараҡ журналист һәм тел ғилеменең үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында мәҡәләләр ҙә донъя күрәсәк.

Рәсүл Сәғитов — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы, Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты. Филологик һәм юридик белемгә эйә. Бына 24 йыл инде Башҡортостан радиоһында эшләй, тура эфирҙа киҫкен ижтимағи-сәйәси темаларға тапшырыуҙар алып бара, телевизион проекттарҙа ҡатнаша, төрлө баҫмаларҙа мәҡәләләр баҫтыра. Дүрт проза йыйынтығы һәм бер документаль-художестволы китабы донъя күргән.