Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

29 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, энергетика, төҙөлөш, ауыл хужалығы, транспорт, социаль өлкә, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идаралыҡ, әҙәбиәт һәм сәнғәт, мәҙәниәт, фән һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәләрендә эшләгән 45 хеҙмәткәрҙең, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәренең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

— Бөгөн бында төрлө тармаҡта эшләүселәр йыйылған. Республика кимәлендә танылған кешеләр ҙә бар. Уларҙы телевизорҙа, гәзит биттәрендә күрергә мөмкин. Залда үҙҙәренең районында, ауылында билдәле булған хеҙмәт алдынғылары бар. Бүләкләнеүселәрҙең барыһы ла ошо наградаға лайыҡ. Һеҙ яҡшы, намыҫлы эшләүегеҙ менән күптәргә өлгө булып тораһығыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Бүләкләнеүселәр хаҡында һөйләгәндә, республика Башлығы Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының аккомпаниаторы-концертмейстеры, баянсы Редик Фәсхетдинов тураһында әйтеп үтте.

— Минең Редик Фәсхетдиновҡа бәйле хәтирәләрем бар. Алыҫ 70-се йылдарҙа Германия Демократик Республикаһы һәм Өфө араһында уҡыусылар менән алмашыу делегацияһына эләктем. Ул ваҡытта Редик Әхмәт улы беҙҙең менән ине. Беҙ ай буйына бейенек, йырланыҡ, ул баянда уйнаны. Ул бик һәләтле кеше, даими эшләй. Шундай кешеләрҙе бүләкләү бик күңелле, — тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы бүләкләнеүселәрҙең барыһына ла яҡшы эшләүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

— Һеҙ бөтәгеҙ ҙә наградаға лайыҡ. Тормош юлығыҙ бик ҡыҙыҡлы, уңыштарығыҙ байтаҡ. Һеҙ беҙгә һәм йәш быуынға өлгө, йүнәлеш биреүсе маяҡ булып тораһығыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть