4 декабрь, Йәкшәмбе

29 май 2015 йыл, 16:19

Республикала халыҡтың килеме һәм уларҙың һатып алыу һәләте кәмей

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанда беренсе кварталда халыҡтың килеме, былтырғы менән сағыштырғанда, өс процентҡа, Рәсәй буйынса 1,4 процентҡа кәмегән. «Росстат»тың төбәк органы мәғлүмәттәре буйынса, республикала йәшәүселәрҙең йән башына уртаса килеме айына 21,2 мең һум, Рәсәй буйынса 25,2 мең тәшкил иткән.

Ҡулланыу хаҡтарының артыуы арҡаһында һатып алыу һәләте кәмей. Беренсе кварталда ул уҙған йылдың ғинуар-март айҙарына ҡарата һигеҙ процентҡа төшкән. Статистиктар һатып алыу һәләтен йән башына килемдең ҡулланыу тауарҙары һәм хеҙмәттәренең билдәләнгән йыйымы хаҡына ҡарап билдәләй.