Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала йәш драматургтар һәм режиссерҙар семинар-лабораторияға йыйыласаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

11-14 июндә Башҡортостандың йәш драматургтары һәм режиссерҙары Өфөлә үтәсәк икенсе семинар-лабораторияға йыйыласаҡ.

Әҙәбиәт йылында семинарҙа ҡатнашыуға 30-ҙан ашыу ғариза килгән, эксперт комиссияһы шуларҙан 12 авторҙы һайлап алған, тип хәбәр иттеләр Мәҙәниәт министрлығынан. Улар араһында театр берләшмәһендә билдәле драматургтар Шәүрә Шәкүрова, Мөнир Ҡунафин, Игорь Яковлев, Анна Ерошина, Дамир Йосопов бар.

Башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған ижади эштәр өлкәндәр, үҫмерҙәр, балалар өсөн пьесалар йүнәлештәре буйынса ҡабул ителә. Конкурсҡа эштәрҙе 1 июнгә тиклем dramaturgiya@inbox.ru почтаһына ебәрергә кәрәк.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың танылған театр эшмәкәрҙәре драматургтарға ҡыҫҡа ваҡытлы курстар уҙғара. Семинар программаһында пьесаларҙы уҡыу һәм тикшереү, оҫталыҡ дәрестәре, эксперттар менән айырым дәрестәр үткәреү ҡаралған. Эксперттар сифатында билдәле тәнҡитсе Павел Руднев, театр һәм кино режиссеры Ольга Субботина, шулай уҡ Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусылары Айһылыу Сәғитова менән Рида Буранова саҡырылған.

Заманса драматургия һәм режиссура республика семинары Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы һәм Заманса драматургия үҙәге булышлығында уҙғарыла.

  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть