4 декабрь, Йәкшәмбе

29 май 2015 йыл, 14:39

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең тәүге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы ойошторола

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Көҙ көнө Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең тәүге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы ойошторола. Был хаҡта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ҡануниәтте ғәмәлгә ашырыу барышы тураһында парламент тыңлауҙарында республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов хәбәр итте.

«Форумды үткәреү башланғысы менән республикабыҙ сығыш яһаны. Был тәҡдимде Рәсәй Президенты Владимир Путин да хупланы. Сара Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының баҙар мөнәсәбәттәрен көсәйтеүгә, төбәк-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен арттырыуға һәм халыҡ-ара кимәлгә сығыуға йүнәлтеләсәк», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды спикер.  

Өфөлә форумға әҙерлек башланды ла инде, унда меңдән ашыу ҡатнашыусының килеүе көтөлә.

«Форум ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендә эшҡыуарлыҡты үҫтерергә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡануниәт һәм финанс ярҙамы күрһәтеүҙең иң яҡшы тәжрибәһен асыҡларға, йүнселдәргә төбәк баҙарына сығыу мөмкинлеген киңәйтергә, инвестиция башланғыстарына ярҙам сараларын булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Бөгөн власть алдында эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу бурысы тора», — тип билдәләне Вячеслав Ғиләжетдинов.