Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан ҡаҙнаһының килемен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

28 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһының һәм муниципаль берәмектәр бюджетының килем ҡеүәтен, һалым һәм һалым булмаған керемдәрен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе.

–  Бөгөн беҙ бөтә кимәлдәге бюджеттарға бурыстың артыуын тикшерәбеҙ. Апрель баштарына федераль бюджет системаһына республика биләмәһе буйынса бурыс 14, 6 миллиард һум тәшкил иткән. Шуның 7,7 миллирд һумдан ашыуы тупланма бюджетҡа тура килә, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Республика ҡаҙнаһына бурыстар күбәйә. Йыл башынан ул 22 процентҡа тиерлек үҫкән. Килемгә һалым һәм ойошмалар милкенән алынған һалым буйынса бурыс бер ярым тапҡырға артҡан. 1 апрелгә ҡарата 25 бурыслының ҡаҙна алдындағы бурысы ярты миллиард һумдан ашып киткән.

Республика Башлығы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аҡса түләмәүҙең сәбәптәрен асыҡларға ҡушты.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, шулай уҡ һалым булмаған килемдәр буйынса бурыстың артыуы билдәләнгән. Республиканың тупланма бюджетына ошо статья буйынса 2,4 миллиард һумдан ашыу аҡса инмәгән, шул иҫәптән 1,1 миллиард һум юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ваҡытында түләнмәгән штрафтар.

– Ҡағиҙәне боҙғанһың икән – түлә. Был аҡсалар социаль объекттар төҙөү, автомобиль юлдарын төҙөкләндереү, ҡала урамдарында тәртип урынлаштырыу өсөн тотонола, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Башлығы ошо йүнәлештәге эште көсәйтергә, шул иҫәптән рейдтар ойошторорға, һалым түләмәүселәр базаһын тикшерергә, штраф түләү тәртибен ябайлаштырырға ҡушты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть