7 декабрь, Шаршамбы

28 май 2015 йыл, 18:57

Өфөлә «Башҡортостан Республикаһында халыҡ сәләмәтлеге көндәре» акцияһы үтте

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 28 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов В.И.Ленин исемендәге паркта үткәрелгән «Башҡортостан Республикаһында халыҡ сәләмәтлеге көндәре» акцияһында ҡатнашты. Был сара Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Республика кардиология диспансеры тәҡдиме менән икенсе йыл рәттән ойошторола.

Рөстәм Хәмитов Өфө поликлиникаларындағы Сәләмәтлек үҙәктәренең күргәҙмәһе ҡуйылған «Дөрөҫ туҡланыу фонтаны» һәм «Һаулыҡ фонтаны» майҙансыҡтарын ҡараны. Бында ҡала халҡы өсөн офтальмолог, стоматолог, гастроэнтеролог, терапевт һәм эндокринолог эшләне, шулай уҡ ҡандағы шәкәр кимәлен тикшертергә мөмкин ине. Теләүселәр кардиограмма яһатты, дауалау физкультураһы буйынса инструкторҙың күҙәтеүендә тренажерҙа, йүгереү юлында үҙ көсөн һынап ҡараны, белгес менән кәңәшләште.

«Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы стенды янында республика Башлығы «Витаминлы» һәм «Тынысландырыусы» үлән сәйҙәрен тәмләп ҡараны, һуңынан балалар, үҫмерҙәр һәм студенттар өсөн «Зарядка» флешмобында ҡатнашты. Уны «Мәрхамәт» хәйриә фонды ойошторған.

Халыҡ сәләмәтлеге көндәре сиктәрендә йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында алкоголизмды, наркоманияны һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән «Тәмәке урынына алма» һәм «Туҡта» акциялары үткәрелде.

Рөстәм Хәмитов күсмә диагностик модулдәрҙең эше менән танышты. Онкомодулдә маммолог һәм онколог ҡабул итте, ә күсмә кардиология модулендә ҡанды, артериаль ҡан баҫымын тикшерткәндән һәм ЭКГ үткәндән һуң табип-кардиолог консультация бирҙе. Республика кардиология диспансеры вәкилдәренең төбәк Башлығына хәбәр итеүҙәренсә, былтыр күсмә модуль Башҡортостандың 32 районына барған. 138 мең кеше тикшереү үткән, пациенттарҙың 29 процентында гипертония асыҡланған. Был иһә сирҙе ваҡытында дауаларға мөмкинлек биргән.

«Башҡортостан Республикаһында халыҡ сәләмәтлеге көндәре» акцияһында 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.