Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда энцефалит менән зарарланған талпандарҙың һаны билдәле булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостанда 175 талпан энцефалит вирусы менән зарарланған, был лабораторияла тикшерелгән 2919 талпандың алты проценты. 195 талпанда боррелиоз ҡуҙғытыусыһы табылған. Ошо хаҡта Роспотребнадзорҙың республика идаралығы хәбәр итә.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көнгә 3187 кеше, шул иҫәптән 1100 бала талпан ҡаҙалыу сәбәпле медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән. Дауаханаға килгәндәрҙең — 36,8, шул иҫәптән балаларҙың 80,5 процентына иммуноглобулин профилактикаһы үткәрелгән. Республикала вируслы талпан энцефалиты һәм боррелиоз менән ауырыу осраҡтары теркәлмәгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть