3 декабрь, Шәмбе

28 май 2015 йыл, 17:21

Баш ҡалала Hampton by Hilton Ufa ҡунаҡханаһы асылды

фото: «Нигеҙ» компаниялар төркөмө | видео: Ринат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә Hampton by Hilton Ufa ҡунаҡханаһы асылды. Отелдә — 161 номер, шуларҙың икәүһе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Ҡунаҡхана «дүрт йондоҙ» категорияһы талаптарына яуап бирә.

«Нигеҙ» компаниялар төркөмө һәм Hilton Worldwide компанияһы араһында франчайзинг килешеүенә ҡул ҡуйылған. Ҡунаҡхана менән «Основа Отель Менеджмент» төркөмөнөң шәхси идара итеүсе компанияһы файҙаланасаҡ. Ҡунаҡхана ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек сиктәрендә төҙөлдө. Һәр бүлмәлә уттан һаҡлаусы тәҙрә ҡорғандары, үтек, үтекләү өсөн таҡта бар. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, бер номерҙың хаҡы дүрт меңгә яҡын, әммә хаҡтың кешеләр һанына ҡарап үҙгәреүе ихтимал. Дөйөм майҙаны — 7,4 мең квадрат метр.

29 майҙа ҡунаҡхана рәсми рәүештә эшләй һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итә башлай.

Hilton Worldwide компанияһы 1919 йылда ойошторолған. Бөгөнгө көндә уның 82 илдә 3,6 мең отеле бар.

«Нигеҙ» компаниялар төркөмө 1990 йылда булдырылған, проекттар менән идара итеү өлкәһендә эшләй һәм шәхси инвестиция проекттары менән шөғөлләнә. 2011 йылда «Нигеҙ» ойошмаһы менән Hilton Worldwide Рәсәйҙә Hampton by Hilton һәм Hilton Garden Inn отелдәре селтәрен төҙөү тураһында стратегик килешеү төҙөгән. Килешеү 20 йылға иҫәпләнгән, уны 20 йылға оҙайтыу мөмкинлеге бар. Проекттың инвесторы — «Спортмастер» компаниялар төркөмөнөң директорҙар советы рәйесе Дмитрий Дойхен.