10 декабрь, Шәмбе

28 май 2015 йыл, 16:21

Рәсәй көнөндә республика халҡын өс көнлөк ял көтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 12 июнь — Рәсәй көнө — байрам һәм ял көнө булып тора.

Быйыл 12 июнь йомаға тура килә. Кесаҙна, 11 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 12, 13, 14 июнь ял көндәре буласаҡ.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә байрам көнө — 12 июнь отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.