3 декабрь, Шәмбе

28 май 2015 йыл, 15:55

Төбәктә Рәсәйҙең нефть һәм газ комплексы өсөн импортты алмаштырыу пилот проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Сәнәғәтте үҫтереү фондының Эксперт советы һайлап алған импортты алмаштырыу производстволарын булдырыусы ун тәүге сәнәғәт проектының береһе Башҡортостанда тормошҡа ашырыласаҡ. Мәскәүҙең «Гипрогазоочистка» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостандың нефть эшкәртеү предприятиеһында көкөрт-водород газын эшкәртеү ҡулайламаһын сафҡа индерә. Ошо хаҡта фонд мәғлүмәттәренән билдәле булды.

«Гипрогазоочистка» ойошмаһының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, компания «Башнефть-УНПЗ» филиалында SmartSulf технологияһын ҡулланасаҡ. Был технология ҡорамалды уңайлы урынлаштырырға һәм көкөрттө таҙартмайынса алырға мөмкинлек бирәсәк. Яңы линия йылына 50 мең тоннаға тиклем көкөрт етештерәсәк, ә көкөрт газы ҡалдыҡтары бик аҙ —  0,5 процентҡа тиклем генә сығасаҡ.

Токсик көкөрт-водород газын хәүефһеҙ эшкәртеү республиканың экологияһы өсөн бик мөһим. Иҡтисадҡа әҙер продукт – элементар көкөрт кәрәк. Көкөрт химия, целлюлоза-ҡағыҙ, тау сығарыу тармаҡтарында һәм металлургияла ҡулланыла. Ул айырыуса ашламалар етештереүҙә киң файҙаланыла.

Фонд мәғлүмәттәре буйынса, модулле ҡулайлама 2018 йылдың аҙағында сафҡа индереләсәк. «Башнефть» компанияһында әйтеүҙәренсә, проектты 2017 йылға тамамлау планлаштырыла.

Сәнәғәтте үҫтереү фонды 2014 йылда Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы башланғысы буйынса Рәсәйҙең технологик үҫеш фондын үҙгәртеп ҡороу юлы менән булдырылған.