Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы асылды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 20-се ултырышы асылды. Халыҡ һайланыусыларының эшен күҙәтеү өсөн Стәрлетамаҡтың белем биреү учреждениелары уҡыусылары килде. Тәнәфестә улар менән республика Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев аралашасаҡ.

Ултырыш Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2014 йылда дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында отчеты менән башланды. Парламентарийҙар алдында Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова бала хоҡуғын, азатлығын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү һәм яҡлау тураһында доклад менән сығыш яһаясаҡ.

Тәнәфестән һуң депутаттар республика закондары проекттарын ҡараясаҡ. Башҡортостандың 11 закон проектын аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул итергә тәҡдим ителгән. Көн тәртибенә 60-тан ашыу мәсьәлә ҡуйылған. «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә халыҡты автомобиль транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тураһында»ғы республика Законының 15.2-се статьяһына үҙгәрештәр таксиҙың һары кузовына аҡ һәм ҡара төҫтәрҙе өҫтәүҙе күҙ уңында тота.

Дәүләт Йыйылышының «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Регламентының 11-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» ҡарары проекты республика парламенты Рәйесенә һайлаусылар наказы реестры проектын булдырыуҙы ойоштороу буйынса вәкәләттәр бирергә тәҡдим итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть